0%

Сиам игеҙәге кеүек... Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Сиам игеҙәге кеүек... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 06.04.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Сиам игеҙәге кеүек
Беҙҙең йәндәр
Сырмалғандар, береккәндәр,
Ишелгәндәр.

Кәрәк микән ҡабатларға
Сағыу һүҙҙәр?
Һүҙһеҙ ҙә бит аңлашалар
Күптән күҙҙәр.

Ҡайһы саҡта янда булһаң,
Һауа етмәй.
Аҙға ғына ситкә китһәң,
Ваҡыт үтмәй…

Тын алырға һауа етмәй
Алыҫ китһәң.
Мин – юҡ. Һин – юҡ. Бар беҙ генә.
Йылдар үткән…

Айҙар, йылдар елеп үтә,
Гүйә көндәр.
Сиам игеҙәге кеүек
Беҙҙең йәндәр.